БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

Март 30, 2023 Просмотров: 102
Бөгөн, беҙ Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында уйында ҡатнашып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтен белеү кимәлен тикшереп, тик яҡшы тьәҫораттар алдыҡ.

Уйынды билдәле алып барыусы Венер Фәйзуллин алып барҙы.

Сараны ойоштороусылар:
- Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды;
-Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте".

Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.